-27 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
7 Декабря 2020, 11:25

Өс үҫмер һәләк булған...

Руль артында 16 йәшлек үҫмер ултырған

Ҡот осҡос авария Әбйәлил районында теркәлгән.
Дәүләт - Әлмөхәмәт трассаһының Йәнгел һәм Атауҙы ауылдары араһында юлда торған аттарға, ҡолонло бейәгә бәрелеп, "Дэу Нексия" автомобиле ситкә төшөп китә. Һөҙөмтәлә 16 һәм 15 йәшлек ике үҫмер шунда уҡ йән бирә. Йәнә берәүһе "Ашығыс ярҙам" табиптары килгәс, ауыр тән йәрәхәттәренән вафат була. Тағы ла 16-шар йәшлек ике ҡыҙ Белорет районы дауаханаһына ебәрелгән.
Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, руль артында урындағы 16 йәшлек үҫмер ултырған. Пассажирҙарҙың да барыһы ла - бәлиғ булмағандар. Аварияла шулай уҡ ҡолонло бейә лә үлгән.
Әле авария урынында белгестәр эшләй, уның сәбәптәре өйрәнелә. Шулай уҡ транспортҡа идара итеү танытмаһы булмайынса руль артына ултырған балаһы өсөн уның ата-әсәһенә, аттарын ҡарамаған мал хужаһына һорауҙар күп...
Һәләк булған үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре һәм яҡындарына Асҡарҙың "Үҙеңде тап" үҫмерҙәр клубының психологы ярҙамға ебәрелгән.
Балаларын юғалтҡан ата-әсәләрҙең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в