+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 18:50

Сертификаттар тапшырыла башланы

Башҡортостанда COVID-19 кисергәндәргә 49 мең һумға шифахана сертификттары тапшырыла башланы

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы кисергәндәрҙе һауыҡтырыуға сертификаттар тапшырыла башланы. Сертификаттың хаҡы – 49 мең һум, шифаханала дауаланыу ваҡыты — 14 көн. Ғаризалар 31 декабргәсә ҡабул ителә, сертификат менән 2021 йылдың аҙағына тиклем файҙаланырға мөмкин.
Хеҙмәт министрлығында белдереүҙәренсә, уларҙы түбәндәге хеҙмәткәрҙәр генә алырға хоҡуҡлы:
— сovid-19 менән эшләгән табиптар;
— карантин шарттарында эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәр;
— изоляция ваҡытында халыҡҡа ярҙам күрһәткән ирекмәндәр;
— биоматериалдар менән һәм изоляция тәртибен тәьмин итеү буйынса эшләгән Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре;
— ковид-госпиталдәрҙе һаҡлауға йәлеп ителгән Эске эштәр министрлығы, Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре;
— изоляция режимын үтәүҙе контролдә тотҡан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре;
— Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәғариф министрлыҡтары социаль учреждениеларының карантин шарттарында эшләгән хеҙмәткәрҙәре.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: