+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 11:15

Башҡорт телен популярлаштырыу буйынса презентация була

Ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды

12 декабрҙә Арт-квадратта «Башҡорт теленә яңы ҡараш» тип аталған сара ойошторола. Унда башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттарҙың презентацияһы була.
Сара офлайн һәм онлайн уҙғарыла: коронавирус пандемияһы шарттарында бөтәһен дә бер майҙансыҡҡа йыйыу мөмкин түгел. Проект авторҙары, йәмәғәтселек фекере лидерҙары туранан-тура ҡатнаша, ә киң аудиторияға Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура трансляция ойошторола.
Ҡатнашыусылар башҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәржемәсенең яңы веб-порталы, башҡорт телен өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымталар, «Аҫылташ» бренды тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды. Махус ҡунаҡ – йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимов.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: