-1 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 12:10
Пандемия осоронда ниндәй дарыуҙар әҙерләп ҡуйырға кәрәк
Үҙ белдегең менән вирусҡа ҡаршы препараттар менән дауаланырға ярамай
Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының дөйөм һәм клиник фармакология кафедраһы мөдире, профессор Сергей Зырянов «Аргументы и факты» баҫмаһына өйҙә ковидҡа ҡаршы ниндәй дарыуҙар әҙерләп ҡуйырға кәрәклеге хаҡында
һөйләне
.
Уның һүҙҙәренсә, тәү сиратта, өй аптечкаһында температураны төшөрә торған препараттар, иң яҡшыһы парацетамол булырға тейеш.
«Танауға тамыҙмалы дарыу һатып алырға мөмкин. Бер ҡасан да антибиотиктар алып, табип күрһәтмәһенән тыш дауаланырға ярамай. Тағы бер модалы тема — D витамины. Йәнәһе лә уның етмәүе ауырыуҙың хәлен ҡатмарлаштыра. Ләкин был витаминды артыҡ файҙаланыу тамырҙарҙың зарарланыуына, бөйөр сиренә килтерә», — тип хәбәр итте табип.
Үҙ белдегең менән вирусҡа ҡаршы препараттар менән дауаланырға ярамай, сөнки «уларҙың кире тәьҫире күп». Был дарыуҙарҙы табип ҡына тәғәйенләргә мөмкин.
https://
www.bashinform.ru/news/1531409-vrach-nazval-lekarstva-kotorymi-stoit-zapastis-v-period-pandemii-koronavirusa/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
Теги: коронавирус
,
медицина
,
дарыуҙар
Читайте нас: