+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 11:45

Ут менән һаҡ булығыҙ!

Бер ҡатлы ағас бинаны ялмаған

Кисә Бәләбәй ҡалаһында, бөгөн төндә Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында янғын сыҡҡан.
Тәүгеһендә ут 12 квадрат метр майҙанлыҡ бер ҡатлы ағас бинаны ялмаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ул йәшәргә яраҡлы булған. Утты һүндергәс, бер ирҙең кәүҙәһе табыла. Уның 56 йәшлек ошо ҡала кешеһе булыуы асыҡлана.
Ҡара Яҡуп ауылында мунса янған. Янғын һүндереүселәр үҙ эшен башҡарғандан һуң 58 йәшлек ирҙең мәйетенә юлыға.
Ике осраҡ буйынса ла тикшереү бара, ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы йәнә бер ҡат иҫкәртә: янғынға бәйле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, ут менән һаҡ булығыҙ!
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: