8 декабрь төнөндә Башҡортостандың Бишбүләк районы Кесе Мәнәүез ауылындағы йортта янғын сыҡҡан. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Михайловка, Ҡушйылға ауыл Советтары ирекмәндәренең янғын һүндереү командалары ебәрелгән.
Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә, ике фатирлы кирбес йортто ут ялмап алған. Өйҙөң ҙурлығы – 22х8 метр. Утты һүндереүгә биш берәмек техника һәм 16 кеше йәлеп ителгән.
«Янғынды һүндергәндә 1993 йылғы ирҙең, 1993 йылғы ҡатындың һәм 2013, 2016 йылғы балаларҙың мәйете табылған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ут сығыу сәбәптәре асыҡлана. Тәфтиш-оператив төркөм, һынау янғын лабораторияһы эксперттары һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов килгән. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән берлектә Бишбүләк районы ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһының сираттан тыш ултырышы үткәрелгән.