-29 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
Новости
11 Декабря 2020, 14:20

«Башавтотранс» автобустарында Башҡорт теле көнөнә ҡарата роликтар күрһәтелә башланы

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә

«Башавтотранс» автобустарында Башҡорт теле көнөнә ҡарата башҡортса баннерҙар һәм видероликтар күрһәтелә башланы. Акция барышында халыҡҡа яңы дата тураһында мәғлүмәт бирелә, улар башҡорт телендәге фразалар һәм тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән таныша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ярашлы 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәрелә.
Байрамды ойоштороусы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Мәғариф министрлығы менән берлектә башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар уҙғара.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в