+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2020, 13:15

Йылытҡыс ҡулланһағыҙ...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы халыҡты ошо йәһәттән иғтибарлы булырға саҡыра.

Ҡыш көнө ныҡ һыуытһа, ҡайһы бер кешеләр йорттарын электр йылытҡыстары ярҙамында йылыта. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы халыҡты ошо йәһәттән иғтибарлы булырға саҡыра.
- Авариялы һүнеү ҡоролмаһы булған йылытҡысты ғына ҡарап һатып алығыҙ;
- йылытҡысты иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- йорт йыһаздарына яҡын ҡуймағыҙ;
- кер киптереү өсөн ҡулланмағыҙ;
- һәр ваҡыт саңдан таҙартып тороғоҙ, сөнки саңдан янғын тоҡанып китеүе бар;
- электр үткәргестәрҙе балаҫ аҫтына һалмағыҙ, ышҡылып ҡыҙыу мөмкинлеге бар;
- йылытҡысты еңел ҡыҙып китеүсән материалдарҙан эшләнгән әйберҙәргә ҡуймағыҙ;
- электр саталарының һәм розеткаларының йылыныуына иғтибар итегеҙ – был электр приборының боҙолоуы йәки электр селтәренең көсөргәнешле эшләүенең беренсе билдәһе;
- балаларҙы эшләп торған йылытҡыс булған бүлмәлә ҡалдырмағыҙ.
Фото: radar24.info
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: