+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2020, 10:50

Тағы ике кеше вафат булған

Мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны 97-гә еткән.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2020 йылдың 11 декабренә мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус йоҡторғандар һаны уҙған көндәрҙәге кеүек, шул уҡ кимәлдә ҡала. Бөгөнгә 149 кешелә COVID-19 асыҡланған. Бөтәһе — 15 859 кеше.
Йәнә ике үлем осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны 97-гә еткән.
Октябрьский ҡалаһынан 69 йәшлек ҡатын өсөнсө дәрәжә гипертония ауырыуынан, хроник бронхиттан яфаланған.
Ғафури районында 55 йәшлек ир донъя ҡуйған, уның ниндәй сирҙәре булыуы тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ.
Стационарҙа – 681 пациент, уларҙың 46-һы – ауыр хәлдә, 13-ө – үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ә 2170 кеше өйҙә дауалана.
Тәүлек эсендә – 104, бөтәһе 12 911 кеше һауыҡҡан.
Бер тәүлектә 408 дауаханан тыш пневмония осрағы теркәлгән. Пневмониянан дауаланып сыҡҡан пациенттар — 402.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: