+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 15:35

Гәзиткә яҙылды һәм бүләк отто

«Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе» девизы аҫтында сираттағы бүләктәр уйнатылды

Район гәзите редакцияһында «Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе» девизы аҫтында сираттағы бүләктәр уйнатылды
Был юлы бәхет Фәриҙун ауылында йәшәүсе Ғәйнулла Фазлиәхмәтовҡа йылмайҙы. Ул ҙур пакетта кер порошогы отто. 5,4 килограмлы кер йыуыу сараһы, етештереүсенең яҙыуына ҡарағанда, 36 тапҡыр ҡулланырға етәсәк!
«Балҡантау» гәзите редакцияһынан был ғаилә бюджетына һиҙелерелек ярҙам да һәм шул уҡ ваҡытта даими яҙылыусыбыҙға тоғролоғо өсөн бүләк тә.
Үҙемде белгәнемдән алып гәзитте уҡыйым, - ти Гәйнулла Хәйрулла улы. – Башта ул «Байраҡ» тип атала ине, хәҙер - «Балҡантау». Башынан алып аҙағына тиклем уҡып сығам. Ғәҙәттәгесә, яңылыҡтарҙан башлайым. Ауыл тормошо тураһында яҙылған мәҡәләләр айырыуса күңелгә яҡын. Ҡатыным менән икебеҙ ҙә Фәриҙун ауылында тыуып үҫкәнбеҙ. Урындағы хужалыҡта тракторҙа, һуңғы йылдарҙа Дәүләкән ҡалаһында төрлө сәнәғәт предприятиеларында эшләнем. Хаҡлы ялға сыҡҡас тыуып үҫкән ер, саф һауа, ауыл киңлеге ҡайтанан үҙенә тартты.
Ирле-ҡатынлы Фазлиәхмәтовтар 53 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Балалар үҫтергәндәр, уларҙы башлы-күҙле иткәндәр. Ветеран ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәй. Староста булараҡ, мәшәҡәттәр һәм хәстәрлектәр етерлек: тәртипте лә күҙәтергә кәрәк, кемдер ярҙамға мохтаж һәм башҡалар. Ауыл зыяратын да ҡараулы тота.
Ғәйнулла Хәйрулла улы район гәзитен үҙе генә уҡып ҡалмай, ауылдаштарын да яҙылырға өгөтләй. Тормоштан артта ҡалмаҫ өсөн яңылыҡтарҙы белеп торорға кәрәк бит. Өҫтәүенә, урындағы яңылыҡтар менән тап «районка» яҡындан таныштыра бит. Республикалағы хәл-ваҡиғаларҙы ла «Балҡантау» биттәренән белергә була.
Гәзит үҙенең уҡыусыларының теләктәрен иҫәпкә ала, уларҙы ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк мәҡәләләр менән ҡыуандырырға тырыша. Ә подписка кампанияһы осоронда бүләктәр менән шатландыра.
Баҫманы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк итер өсөн редакцияның киләһе йылға пландары ҙур. Подписчиктарҙы күп сюрприздар көтә, уларҙың һәр береһе «районка» биттәрендә күңеленә ятҡан мәҡәләне табыр. Гәзиткә яҙылығыҙ, бүләктәр отоғоҙ!
Читайте нас: