-15 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
14 Декабря 2020, 14:45

Радий Хәбиров республика халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотланы

Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһала.

Радий Хәбиров республика халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотланы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөнөң 44-се полилингваль мәктәбе уҡыусыларының республикала йәшәүселәрҙе байрам менән тәбрикләгән видеояҙмаһын һалды.
«Беҙ башҡорт телен уҡытыуҙың алымдарҙы үҙгәрттек, рус телле кластың йылмайыулы йөҙҙәренә ҡарағанда, беҙҙең яңы алымдар балаларға оҡшай, — тип яҙҙы Радий Хәбиров. — Асылы шунда: ирекһеҙләргә ярамай, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү эшендә әлеге популярлаштырыу саралары элеккеләренән һөҙөмтәлерәк тип ышанам».
Республика етәксеһе үҙенең яҙмаһын башҡортсалап «Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым!» тигән һүҙҙәр менән тамамланы. Республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә лә ҡотлауҙан башланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн республикала Башҡорт теле байрамына арналған киң программа көтөлә. Кисен «Башҡортостан» дәүләт концерт залында байрам концерты була, унда Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһала.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в