+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 11:35

Ҡот осҡос фажиғә - 11 кеше янып үлгән

Унда өлкән йәштәге кешеләр йәшәгән.

Башҡортостанда ҙур фажиғә. Бөгөн төндә Әбйәлил районының Ишбулды ауылында булған янғын 11 кешенең ғүмерен өҙҙө. Әле районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Был турала Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов белдерҙе.
– Янғын тураһындағы хәбәр дежурныйҙарға 2.54 сәғәттә килә. 1960 йылдарҙа төҙөлгән бина яна башлай, унда 16 кеше була. 3.17 сәғәттә урынға Хәлил ауылы советының ирекле янғын командаһы килеп етә. Уттан биш кешене сығара алалар. Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама эшләүенә ҡарамаҫтан, 11 кешене ҡотҡара алмайҙар. Әле мин урында, районда ғәҙәттән тыш хәл индерелде, – тине ул был турала.
Билдәле булыуынса, был йорт былтыр март айында Мәрхәмәтлек йорто булараҡ теркәлгән. Унда өлкән йәштәге кешеләр йәшәгән.
Урынға таң менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сыҡты. Ул янған ҡарттар йорто янындағы оператив штаб эшен ойошторасаҡ.
Әлеге ваҡытта был фажиғәгә бер ни тиклем аныҡлыҡ индерелде. Бында сиделка булып эшләгән ҡатын төндә янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама тауышына уянып киткән.
– Мин бөтәһен дә уятырға йүгерҙем: беренсе ҡаттағыларҙы ла, икенселәгеләрҙе лә. Тәҙрәне астым – ҡуйы төтөн сыҡты. Нисектер өс ҡарт кешене – ирҙәрҙе тәҙрә аша төртөп сығара алдым. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утта 11 кеше һәләк булды, – тигән ул “Башинформ” агентлығына.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бында дүрт ҡатын-ҡыҙ һәм ете ир-ат үлгән. Улар барыһы ла ҡарттар йортонда йәшәгән. Әлегә уларҙың шәхестәре буйынса аныҡлыҡтар индерелә.
Тәфтишселәр енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Прокуратура шулай уҡ был эште тикшереүҙе контролгә алған. Бинаның янғынға ҡаршы талаптарға яуап биреүе тикшереләсәк, шулай уҡ контроль органдарының эшмәкәрлегенә баһа биреләсәк.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: