-22 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
18 Декабря 2020, 11:25

7 йәшкәсә балалары булған ғаиләләргә биш мең һум аҡса түләнә

Дәүләт балаларға бүләк эшләй

Владимир Путин 17 декабрҙә уҙғарылған матбуғат конференцияһында унан балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү тураһында бик күп һорау биреүҙәрен билдәләне.
«Быйыл сикләүҙәр арҡаһында балалар өсөн шыршылар булмай. Ә байрам киләсәккә өмөт, ышаныс менән бәйле. Беҙ дәүләт балаларға бүләк эшләй тип һөйләштек. Ете йәшкә тиклемге балалары булған бөтә ғаиләләргә бишәр мең һум түләйбеҙ, был аҡса ғаиләләге һәр балаға бирелә», — тип белдерҙе Рәсәй президенты.
Ғаиләләр ошо аҡсаны байрамға хәтлем алырға тейеш.
Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас в