-27 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
18 Декабря 2020, 11:20

Башҡортостанда шәкәр арзанайған

Һыйыр, һарыҡ итенә һәм балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмаларына ғына хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған.

Бер аҙнала Башҡортостанда йәшелсә, йомортҡа, эремсек ҡиммәтләнгән, шәкәр арзанайған, тип хәбәр итте республика статистиктары.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙна менән сағыштырғанда, республикала айырыуса яңы өҙөлгән ҡыярға хаҡ артҡан — 20,5 процентҡа. Уртаса алғанда, бер килограмы 118 һумға тиклем.
Ошо ваҡыт эсендә помидор 11 процентҡа тиерлек ҡиммәтләнгән — бер килограмы 113 һум тора.
Шартлы өсөнсө урында – йомортҡа, уның хаҡы 5,6 процентҡа артҡан. Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәргә ун йомортҡа уртаса 68 һумға төшә.
Ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ кишер, майлы эремсек, тоҙ, сосиска, сарделька, алма, дөгө, кәбеҫтә, башлы һуған, карамель, туңдырылған балыҡ, вермишель, үҫемлек майы, шоколад кәнфите, балалар өсөн йәшелсә һәм емеш-еләк консервалары, маргарин, ҡаймаҡ, һөт, тауыҡ, икмәк, ит консервалары, он, бешерелгән колбаса, макарон һәм печенье бар. Бер аҙнала уларҙың хаҡтары 0,1-2,8 процентҡа күтәрелгән.
Башҡортостанда күҙләнсек сырҙар арзанайған аҙыҡ-түлек исемлегендә беренсе урынды биләй, бер аҙнала минус 2,5 процент.
Ҡарабойҙай ярмаһына хаҡ 2,2 процентҡа төшкән — бер килограмы уртаса 75 һум.
Шәкәр – бер аҙнала минус 1 процент. Республикала хәҙер уның бер килограмы яҡынса 48 һум тора.
Аҡ май һәм шәкәр 1,7 һәм 1 процентҡа арзанайған.
Бынан тыш, сусҡа ите, ярым ыҫланған һәм бешерелгән-ыҫланған колбаса, картуф, балалар өсөн ит консервалары, тары ярмаһы һәм ҡара сәй 0,04-0,7 процентҡа осһоҙайған.
Бер аҙнала республикала һыйыр, һарыҡ итенә һәм балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмаларына ғына хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Галина Бахшиева
Читайте нас в