+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 12:30

Ял көндәрендә һыуыҡ була

34 градусҡа тиклем һыуыҡ булыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте. Ҡайһы бер райондарҙа -34 градусҡа тиклем һыуыҡ булыуы көтөлә. 20 декабргә ҡарай төндә термометр бағанаһы ошо билдәгә тиклем төшә. Көндөҙ -13, -18 градус була.
Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан. Өфөлә 30 градус һыуыҡ булыуы көтөлмәй, ләкин һауа температураһы төндә -28, көндөҙ -22 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Шәмбе, 19 декабрҙә, һауа температураһы ҡапыл түбәнәйә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: