-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 11:20

Декабрь аҙағы һалҡынса була

Яуым-төшөм менән бергә елдең тиҙлеге лә көсәйә

Декабрҙең һуңғы ун көнлөгөндә Башҡортостанда һауа торошоноң һалҡынса булыуы көтөлә. Арктиканың һалҡын тулҡыны урынына дүшәмбе, 21 декабрҙән, республикаға йылыраҡ һауа инә башлай. Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе Башҡортостандың үҙәк райондарында көндөҙ минус 9 тирәһе, төндә 14 градус була.
22-29 декабрҙә көндөҙгө сәғәттәрҙә Өфөлә -1, -15, төндә -5, -25 градус. Аҙнаның тәүге яртыһында бер аҙ ҡар, ә йәкшәмбе, 27 декабрҙә, баш ҡалала 10 миллиметрға тиклем ҡар яуыуы көтөлә. Яуым-төшөм менән бергә елдең тиҙлеге лә көсәйә – секундына 18 метрға тиклем.
Ғөмүмән, декабрь аҙағына фаразланған һауа торошо республикабыҙ климаты нормаһына тап килә.
Сергей Николаев
Читайте нас: