+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 14:50

Яңы эш урындарына өмөт ҙур

Медицина ойошмаларына компьютер ҡорамалдары килтерелә башланы.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм уның “Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, медицина ойошмаларына компьютер ҡорамалдары килтерелә башланы.
Автоматлаштырылған эш урындары медицина хеҙмәткәрҙәренә Республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһында эшләү өсөн булдырыла. Барлығы 10 меңдән ашыу хеҙмәт урыны барлыҡҡа киләсәк, был үҙ йәһәтендә системаға байтаҡ ҡулланыусыларҙы йәлеп итергә һәм медицина персоналының бурыстарын еңелләштереүгә булышасаҡ.
Берҙәм мәғлүмәт системаһында эш – медицина ярҙамы күрһәтеүҙә күсәгилешлелекте тормошҡа ашырыу, пациенттарҙы маршрутлау, айырым сирҙәр буйынса ярҙам итеүҙә мониторинг үткәреү өсөн мөһим шарт. Бынан тыш, компьютер техникаһы менән тәьмин итеү телемедицина консультациялары ойоштороу буйынса мөмкинлектәрҙе киңәйтә, санитар транспорт эшмәкәрлеген көйләй, лаборатор һәм диагностик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен электрон рәүештә тапшырыуға ярҙамлаша.
Был заманса проект һаулыҡ һаҡлау тармағын өр-яңы кимәлгә сығарып, граждандарға электрон хеҙмәттәренән, сервистарҙан файҙаланыу өсөн шарттар тыуҙырасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға илде үҫтереүҙең төп маҡсаттарына өлгәшеү кәрәк, шул эштәрҙең араһында иҡтисадҡа, социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереүҙе тиҙләтеү бурысы ла бар.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: