+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 14:00

1 ғинуарҙан 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр тәртибе үҙгәрә

Йәшәү минимумынан кәмерәк булған балалы ғаиләләргә бирелә.

2021 йылдан республикала 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр тәртибе үҙгәрә. 1 ғинуарҙан ошо категорияға ҡараған ғаиләләр арттырылған күләмдә пособие алырға хоҡуҡлы. Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башлығы Ленара Иванова хәбәр итте.
Арттырылған күләмдәге пособие «коронавирус түләүҙәренән» һуң да ярлылыҡ сигендә йәшәгән йәғни йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған балалы ғаиләләргә бирелә.
Ленара Иванова Business FM радиостанцияһы эфирында әйткәнсә, әгәр хәҙер аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә йәшәү минимумының яртыһын түләһәләр (биш мең һум самаһы), киләһе йылдан иһә бындай ғаиләләр йәшәү минимумына ярашлы (10 мең һумға яҡын) ала башлай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: