+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 15:00

"Улыбыҙ үлде, ҡыҙыбыҙға ла күп ҡалманы. Хуш!"

Үле кәүҙәләр шул уҡ көндөң кисендә табылды...

Кисә йәнә бар республиканы тетрәндергән йән өшөткөс ваҡиға теркәлде. Ҡатынына үпкәләгән ир уға үс итеп бәләкәй балаларын һәм үҙен үлтерҙе. Йәнә тип әйтеүебеҙ осраҡлы түгел, былтыр республикала ошоноң кеүек хәл булғайны инде. Артем Мазов айырылышырға теләгән ҡатынына үс итеп, ике улын алып сығып китте. Уларҙы ярты йылдан ашыу эҙләгәс кенә, балаларҙың кәүҙәләре һыу төбөнән килеп сыҡты, ә атай кеше һаман юҡ.
Кисәге осраҡ та тәүге енәйәтте ҡабатлай. Тик уларҙы оҙаҡ эҙләргә тура килмәне. Үле кәүҙәләр шул уҡ көндөң кисендә табылды...
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, ҡатын Яңы йыл корпоративына тип сығып китә. Унан ҡайтҡас, иренә хыянат итеүе тураһында әйтә һәм айырылырға теләк белдерә. Ғәрсел ир быны күтәрә алмай. Бер йәшлек ҡыҙы менән алты йәшлек малайын кейендереп алып сығып китә. Ә ҡатын хушлашыу хаты тапҡас, ҡото осоп полицияға мөрәжәғәт итә һәм уларҙы эҙләү башлана ла. Тик иң ҡурҡҡан нәмә ысынбарлыҡҡа әйләнә – кискә ҡарай Дәүләкән районында ир менән ике баланың кәүҙәһе табыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул балаларҙы һәм үҙен машинаның һөрөм газы менән ағыулаған.
Әлеге ваҡытта тәфтиш комитеты, прокуратура һәм башҡа яуаплы органдар был эште тикшерә башланы.
“КП-Өфө” баҫмаһы ҡайһы бер аныҡлыҡтар индерҙе. Ир кеше етем үҫкән. Малайға алты йәш булған саҡта уның әсәһе үлгән, ә атаһы булмаған. Ғаиләнең яҡындары белдереүенсә, улар яҡшы йәшәгән, эшләгән, балалар үҫтергән. Тик кисәге хәл уны сығарынан сығарған. Ә бына икенсе таныштары белдереүенсә, ғаилә ситтән ҡарағанда ғына имен булған, ысынбарлыҡта иһә улар айырылышырға уйлаған.
- Беҙ уның менән электән таныш, күрше ауылдарҙа йәшәнек. Етем ҡалғас, интернатта үҫте. Аҙаҡ, ҡырға эшкә урынлашты, 30 йәше тулғас ҡына өйләнде. Улар татыу йәшәй кеүек ине, талашҡандары тураһында белмәйем, - тигән уның дуҫы Айгиз. - Уның был ҡылығына ышана алмайым, моғайын, ул аффект хәлендә булғандыр. Йәй күрешкәндә ғорурланып ғаиләһе, балалары тураһында һөйләгәйне. Улы ла, ҡыҙы ла булғанға ҡыуана ине.
Икенсе таныштары белдереүенсә, улар айырылышырға йөрөгән. Корпоративтағы хәл һуңғы тамсы булған. Ир сәғәт өстәр тирәһендә балалары менән йөрөп киләм тип сығып киткән.
"КП-Өфө" баҫмаһының сығанағы белдереүенсә, ир үлере алдынан ҡатынына шылтыратып, улы үлеүе тураһында әйткән, оҙаҡламай ҡыҙҙары ла был донъянан китәсәге тураһында белдергән һәм хушлашҡан. Үҙенең ағаһына ла ошондай һүҙҙәр менән СМС-хәбәр ебәргән. Шунан һуң бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған... Ә бер нисә сәғәттән өс кәүҙә генә табылған.
Байрам алдынан был ваҡиға ысын мәғәнәһендә бар республиканы тетрәндерҙе. Күптәр көнсөл ирҙе әрләй, шул уҡ ваҡытта ҡатынды ғәйепләгәндәр ҙә байтаҡ. Нисек кенә булмаһын, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәргә балаларҙы ҡыҫтырыу, уларҙың ғүмере һәм һаулығы менән уйнау дөрөҫ түгел. Артабан был ҡатынға был ҡайғы менән йәшәргә көс табырға кәрәк бит әле...
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: