-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 18:30

Коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләмәгән өсөн пеня арта

Билдәләнгән ваҡытта түләп бөтөрөргә кәрәк

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2020 йылдың апреленән декабренә тиклем Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләмәгән өсөн пеня һәм штраф һалыу тыйылғайны. Ҡануниәткә ярашлы, пеня бөтә бурыс, шул иҫәптән 2020 йыл өсөн дә һалынырға тейеш. Өҫтәмә сығымдар булмаһын өсөн бурысҡа юл ҡуймаҫҡа, әгәр йыйылып китһә, билдәләнгән ваҡытта түләп бөтөрөргә кәрәк. Ауыр финанс хәлендә ҡалған граждандар өсөн бурысты һәм ағымдағы сумманы бүлеп түләү механизмдары бар.
Читайте нас: