+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 12:55

2020 йылда социаль ҡуртым килешеүҙәре буйынса 61 йорт төҙөлдө

тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығынан

Башҡортостан ауылдарында 2020 йылда социаль ҡуртым килешеүҙәре буйынса 61 йорт төҙөлдө, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Бының өсөн «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә 84,3 миллион һум бүленде.
Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, программаның был йүнәлеше, тәү сиратта, ауылдарға квалификациялы белгестәр – агросәнәғәт комплексы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Программа федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан финанслана. Бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан, мәҫәлән, яңы хеҙмәткәрҙәр йәлеп итергә теләгән эш биреүсенең аҡсаһынан берлектә финанслау мотлаҡ.
Яңы йыл байрамдары алдынан Учалы районының Сәфәр ауылында Роза Әхмәткирәеваның ишле ғаиләһе яңы йорттоң асҡысын алды. Яңауыл районының Нөркән һәм Ҡарман ауылдарында ике йорт төҙөлдө. Уларҙа урындағы мәктәп уҡытыусыһы һәм аграр тармаҡ эшсеһе йәшәй башланы. Илеш районында ла ике ғаилә социаль ҡуртым килешеүе буйынса яңы торлаҡлы булды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: