+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 17:50

Коронавирустан ике үлем осрағы теркәлгән.

13 ғинуарға мәғлүмәттәр буйынса

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 13 ғинуарға мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә республикала яңы коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 167 осрағы асыҡланған. Шулай итеп, төбәктә сир йоҡторғандарҙың дөйөм һаны – 21 235.
Коронавирустан ике үлем осрағы теркәлгән. Вафат булғандарҙың дөйөм һаны — 161.
Әлеге ваҡытта COVID-19 диагнозы раҫланған 737 пациент дауаханала ята. Уларҙың 74-е – ауыр хәлдә, 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Ә 4 336 сирле өй шарттарында дауалана. Бер тәүлектә – 149, бөтәһе 16 001 кеше һауыҡҡан.
Тәүлек эсендә 321 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған. Пневмониянан һауығып сыҡҡан пациенттар — 168.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: