+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 19:30

Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн конкурс иғлан ителде

Быйыл ул Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнала.

Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн IV «Күңелем ҡылдары сыңлай» республика әҙәби-художество конкурсы иғлан ителде. Быйыл ул Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнала.
Конкурста 7-17 йәшлек ижадсылар – балалар йорттарынан, социаль приюттарҙан, йорт-интернаттарҙан, коррекция үҙәктәренән балалар һәм үҫмерҙәр, инвалид балалар, етемдәр ҡатнашырға мөмкин.
Улар түбәндәге йүнәлештәр буйынса эштәр тәҡдим итә ала:
— әҙәби ижад – рус, башҡорт, татар телдәрендә шиғыр, эссе, һүрәтләмә, хикәйә, шулай уҡ музыкаль оҙатыу менән автор әҫәрҙәре (йыр, романс).
— художестволы ижад – һынлы сәнғәт, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, һылап яһау.
Конкурсты ойоштороусылар – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, «Хазина» хәйриә һәм мәҙәни программалар үҙәге, Дүртөйлө ҡала китапханаһы.
Эштәрҙе тапшырыу шарттары — положениела.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: