+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 19:45

Еңел әҙерләнгән салат

Уны әҙерләүе лә еңел, тәмле лә килеп сыға!


Ингредиенттар: 1 помидор; 1 ҡыяр; 200 грамм тауыҡ ите;1 аш ҡалағы соя соусы; салат япрағы; 1-2 тырнаҡ һарымһаҡ; тәменсә тоҙ, борос; зәйтүн майы.

Әҙерләү: бешкән тауыҡ итен шаҡмаҡлап турайбыҙ. Тоҙ, ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ, соя соусы менән бутап, 20 минут дауамында тотабыҙ. Аҙаҡ итте ҡыҙыу табала кетерләп торорлоҡ итеп ҡыҙҙырып алабыҙ.

Салат япраҡларын йыуабыҙ һәм киптерәбеҙ. Уны ҡул менән бер аҙ өҙгөләйбеҙ. Ҡыяр һәм помидорҙы бик ваҡ итмәй генә турайбыҙ. Хәҙер тоҙ, зәйтүн майы ҡушып, барыһын бергә бутайбыҙ һәм матур салат һауытына һалабыҙ. Тауыҡ ите киҫәктәре иң өҫкә һалына.


Читайте нас: