+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2021, 19:35

Ҡыйыҡтағы ҡарҙы таҙартҡанда 58 йәшлек ир һәләк булған

Ир алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән.

Өфөлә ҡыйыҡтағы ҡарҙы таҙартҡанда 58 йәшлек балта оҫтаһы һәләк булған.
Бәхетһеҙ осраҡ 10 ғинуарҙа теркәлгән, республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ошо ваҡиға буйынса тикшереү башлаған.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, «Новиковка» идара итеүсе компанияһы эшсеһе Менделеев урамындағы йорт ҡыйығын ҡарҙан таҙартҡанда метрлыҡ бейеклектән ҡолап төшкән. Ир алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән.
Әлеге ваҡытта хеҙмәт инспекторҙары фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: