+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 17:30

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле һауа шарттары тураһында иҫкәртә

Боҙлауыҡ һәм томан

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле һауа шарттары: боҙлауыҡ һәм томан тураһында иҫкәртә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 25 ғинуарҙа киске сәғәт 8-ҙән 26 ғинуар киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар, ямғыр, боҙлауыҡ, томан. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр. Һауа температураһы төндә -3,-8, аяҙытҡанда -13, көндөҙ 0,-5 градус. Юлдарҙың айырым участкаларында томан ваҡытында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.
Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән бер ҡар, ямғыр, боҙлауыҡ, томан. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр. Һауа температураһы төндә -3,-5, көндөҙ -1,-3 градус була.
Читайте нас: