Стәрлетамаҡ районында 25 ғинуарҙа көндөҙ юл фажиғәһе теркәлгән. Карасевка ауылы янында пассажир ултырған такси ГАЗ йөк машинаһына бәрелгән.
Аварияны күргән кешеләр әйтеүенсә, пассажирҙың – башы, ә водителдең аяғы йәрәхәтләнгән. Улар урындағы дауаханаға оҙатылған. Әле реанимацияла яталар.
Башҡортостандың ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 25 ғинуарҙа республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, дүртәүһе йәрәхәтләнгән.