+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 18:20

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә

55 йәшкә тиклемге педагогтар дәғүә итергә мөмкин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Ауыл уҡытыусыһы» программаһының дауам ителеүе хаҡында белдерҙе. Был турала ул кесаҙна республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр итте.
«Беҙ йәш уҡытыусыларға ярҙам күрһәтәбеҙ, ауыл ерендә эшләгәндәренә гранттар бирәбеҙ. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә улар шулай уҡ бер миллион һум күләмендә компенсация ала. 2021 йылда был тәжрибәне дауам итербеҙ», — тине Радий Хәбиров.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә ауыл уҡытыусылары өсөн федераль түләүҙәргә 55 йәшкә тиклемге педагогтар дәғүә итергә мөмкин.
Программа уҡытыусыларҙан тыш, балалар баҡсалары тәрбиәселәренә, башҡа педагогик хеҙмәткәрҙәргә ҡағылмай.
Программала ҡатнашыусыларға 1 миллион һум күләмендә аҡса ҡарала. Төп шарт – ауыл ерендә, ҡала тибындағы ҡасабала йәки 50 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән ҡалала урынлашҡан мәктәптә 5 йыл эшләү.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм документтар 15 апрелгә хәтлем ҡабул ителә.
Галина Бахшиева
Читайте нас: