-24 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
Новости
1 Февраля 2021, 13:50

Өфөлә йәшәүселәрҙән ғинуар айына йылылыҡ өсөн түләмәүҙәрен һорайҙар

2021 йылдың ғинуары өсөн квитанцияларҙа «йылытыу» графаһында хата киткән

Өфө хакимиәте баш ҡала халҡы өсөн ашығыс хәбәр баҫтырып сығарҙы. Чиновниктар өфөләрҙән техник хата арҡаһында ғинуар айына йылылыҡ өсөн түләмәүҙәрен һорай.
«Ҡабаттан иҫәпләү буйынса йөкләмәнең артыуына бәйле ҡайһы бер йорттарҙа 2021 йылдың ғинуары өсөн квитанцияларҙа «йылытыу» графаһында хата киткән. Ғинуар айына килгән документтарҙы түләргә кәрәкмәй, тиҙҙән төҙәтелгән яңы квитанциялар ебәрелә», — тиелә рәсми хәбәрҙә.
Әгәр түләнгән икән, киләһе квитанцияла яңынан иҫәпләнелә.
Ҡыҙыу бәйләнеш телефондары:
Берҙәм иҫәп-касса үҙәге 8-800-775-776-1 (дүшәмбе – йома иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем)
Өфө инженер селтәрҙәре 8-800-250-52-80 (иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем; шәмбе иртәнге сәғәт 11-се 15 минуттан киске 7-гә хәтлем).
Бынан алда «Башинформ» 31 ғинуарҙа Өфөнөң бөтә райондарында «йылытыу» графаһы өсөн түләү буйынса халыҡ менән осрашыуҙар ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйне.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в