-1 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 11:15
Әлегә грипп теркәлмәй
Дауахананан тыш пневмонияның яңы осраҡтары кәмей.
Роспотребнадзорҙың республика идаралығы белгестәре һуңғы ике аҙнала Башҡортостандың баш ҡалаһында киҫкен респиратор инфекциялар менән ауырыуҙарҙың артыуын теркәй. Шул уҡ ваҡытта, ведомство күҙәтеүе буйынса, дауахананан тыш пневмонияның яңы осраҡтары кәмей. Идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина һүҙҙәренсә, кәмеү 9% тәшкил итә.
«Лабораторияла тикшергәндә әлегә Өфөлә грипп вирусы асыҡланмаған», — тине Пермина ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә.
2020 йылдың мартынан республиканың баш ҡалаһында яңы коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 7854 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 51 кешелә диагноз раҫланған.
https://
www.bashinform.ru/news/1553669-gripp-v-ufu-poka-ne-prishel-rospotrebnadzor/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы