0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 17:25

Ике бала әсәһе урында һәләк булған.

Алты һәм өс йәшлек ике бала яҡындағы дауаханаға оҙатылған.

4 февраль иртәһендә Башҡортостандың Баҡалы районында үлемесле авария теркәлгән. Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 132-се саҡрымында өс еңел автомобиль бәрелешкән.
Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, «Хендай Солярис» водителе, дистанцияны боҙоп, юл ыңғай осраған«Лада Гранта»ға бәрелгән. Шунан һуң автомобиль, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Дэу Матиз»ға төкөлгән. Һуңғыһының водителе – 25 йәшлек ике бала әсәһе урында һәләк булған. Алты һәм өс йәшлек ике бала яҡындағы дауаханаға оҙатылған.
«Балаларҙың хәле тотороҡло тип баһалан. Йәшәрҙәр», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына полиция капитаны Илмир Ғәбдрәхимов.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: