+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 18:35

Бер тәүлектә дүрт кеше коронавирустан вафат булған

37-һе — ауыр хәлдә

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы дүрт кеше коронавирустан үлгән, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 214 кеше вафат булған.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 163 осрағы раҫланған. Пандемия осоронда республикала бөтәһе 25,9 меңгә яҡын сирле теркәлгән.
Хәҙер 316 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 37-һе — ауыр хәлдә. Ә 5,6 меңдән ашыу сирле өйҙә ауырыу менән көрәшә.
Һуңғы тәүлектә республикала 175 дауахананан тыш пневмония осрағы ла теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта 167 кеше һауығып сыҡҡан, тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Галина Бахшиева
Читайте нас: