+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 12:50

Өфө эргәһендә трассала машиналар бәрелешкән

Ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Кисә, 9 февралдә, иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының 1480-сы саҡрымында юл фажиғәһе теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Силәбе яғына китеп барған «Лексус» һәм ҡаршыға килгән «Тонар» йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел автомобилдәге ике кешенең ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр иттеләр Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Мәғлүмәт аныҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: