-1 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 13:40
Республикала 2020 йылда халыҡтың кәмеүе 2,6 тапҡырға артҡан
Декабрҙә 64 сирле COVID-19 ҡорбаны булған.
Башҡортостанда 2020 йылда үлем осраҡтары 2019 йыл менән сағыштырғанда 1,2 тапҡырға артҡан. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙан алып декабргә тиклем республикала 59 844 кеше үлгән. Бер йыл элек 49 195 кеше мәрхүм булған. Айырма – 10 649 кеше.
Былтыр декабрҙә Башҡортостанда 6 275 кеше донъя ҡуйған, тип хәбәр итте статистиктар. Был 2019 йылдың декабре менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, декабрҙә 64 сирле COVID-19 ҡорбаны булған.
Шулай уҡ уҙған йылда республикала үлгәндәрҙең яңы тыуғандар һанынан 18 664 кешегә күберәк булыуы хәбәр ителә. 2019 йылға ҡарағанда халыҡтың тәбиғи кәмеүе 2,6 тапҡырға артҡан.
2020 йылдың 12 айында Башҡортостанда 41 180 бала тыуған, бер йыл элек яңы тыуған сабыйҙар һаны күберәк – 42 031 булған.
https://
www.bashinform.ru/news/1557812-smertnost-v-bashkirii-v-2020-godu-vyrosla-v-1-2-raza-po-sravneniyu-s-2019-godom/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: