-30 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
15 Февраля 2021, 17:45

Диспансеризация үткәрелә башланы

Халыҡҡа диспансеризация үткәреү графигын төҙөү бурысы йөкмәтелде.

15 февралдән Башҡортостанда халыҡҡа диспансеризация үткәрелә башлай, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
«Мин бөтә чиновниктарҙан да диспансеризация үтеүҙәрен һорайым, сөнки һеҙ һөҙөмтәле эшләгән һәм һау-сәләмәт килеш кәрәкһегеҙ. Әлбиттә, республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла диспансеризация үтеү зарур».
Поликлиникаларға һәм башҡа дауалау учреждениеларына халыҡҡа диспансеризация үткәреү графигын төҙөү бурысы йөкмәтелде.
«Юғиһә, беҙ үлем осраҡтарын кәметеү планын үтәй алмаҫбыҙ», — тине Радий Хәбиров һәм үҙенең диспансеризация үткәнен өҫтәне.
Башҡортостан Башлығы хәбәр иткәнсә, төп бурыс – 2021 йылда үлемде кәметеү.
«Төрлө сәбәптәр буйынса уҙған йылда бик күп кешеләрҙе юғалттыҡ», — тип билдәләне ул.
Галина Бахшиева
Читайте нас в