-21 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
19 Февраля 2021, 18:55

Алдағы өс көндә -35 градусҡа тиклем һыуыта

20 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

Башҡортостанда алдағы өс көндә тағы ла нығыраҡ һыуыта. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 19 февралдә, көндөң аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Бер аҙ ҡар яуа. Юлдарҙа боҙлауыҡ, көньяҡ-көнсығышта ҡар һырынтылары. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы -13,-18 градус була.
Шәмбе, 20 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Термометр бағанаһы төндә -20,-25, аяҙытҡанда 27,-32, көндөҙ -15,-20 градус.
Йәкшәмбе, 21 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -25,-30, аяҙытҡанда -35, көндөҙ -17,-22 градус.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в