Районда бының өсөн дүрт майҙансыҡ билдәләнде. Район мәҙәниәт йортонда рус теленән, үҙәк китапханала башҡорт теленән диктант яҙып ҡарап, өлкәнерәктәр үҙ белемен тикшерә алды. Ҡоръятмаҫ мәктәбендә Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, республикала шиғырҙары, хикәйәләре менән билдәлелек яулаған Миңзәлә Хәлилова балаларға диктант яҙҙырҙы. Уҡыусылар акцияға етди ҡараны, ни тиһәң дә үҙ телеңде нисек белеүеңде күрһәтергә кәрәк бит. Шуға һәр кем тексты иғтибар менән тыңланы, Миңзәлә Васил ҡыҙының тырышлығы менән ҡуйылған бурыс еренә еткереп үтәлде.