+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 11:20

Сүп-сар араһында үҙен дә күрерлек түгел...

Бындай хәлгә ҡатын нисек барып еткәндер?

Өфөләге ике күңелһеҙ осраҡ тураһында бәйән итмәксебеҙ. Тәүгеһендә бер ҡатынды мут әҙәм "газ хеҙмәткәремен" тип алдап сыҡһа, икенсеһендә ысын хеҙмәткәрҙәр үҙ эшен башҡара алмай ҡайтып китә.
Беренсе осраҡта таныш булмаған ир үҙен газ хеҙмәткәре тип таныштырып, янғын һүндереү ҡоролмаһы тәҡдим итә. Ҡатын уны ташламалы хаҡҡа, йәғни ун мең урынына өс мең һум түләп ала. Ир әйберҙе йыуыныу бүлмәһенә һалдым тип аҡсаны алып сығып киткәс кенә ҡатын алданғанлығын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Әлеге ваҡытта билдәһеҙ әҙәмде зыян күреүсенең һүрәтләүе буйынса эҙләйҙәр. Мутлашыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Икенсе осраҡта Достоевский урамындағы фатирҙа ысын газ хеҙмәткәрҙәре ҡот осмалы һәм бик хәүефле күренешкә тап булған: улар газ плитәһе эргәһенә яҡынлай ҙа алмаған, сөнки тау-тау сүп-сар, ташландыҡ әйберҙәр иҙәнде генә түгел, тотош стена буйҙарын баҫып алғанлыҡтан, бүлмә буйлап йөрөү бөтөнләй мөмкин түгел икән. Бындай хәлгә ҡатын нисек барып еткәндер? Күршеләре төшөргән видеола күренеүенсә, хужабикә бының өсөн һис ҡайғырмай һәм "өс көн алдан хәбәр итһәгеҙ, юлды асып ҡуйған булыр инем" тигәне ишетелә, ә үҙе ҡый араһынан күренмәй ҙә...
Полиция граждандарҙы иҫкәртә: таныш булмаған хеҙмәткәрҙәргә ышанып ишек асырҙан алда, ул атаған ойошмаға шылтыратып дөрөҫ мәғлүмәт ала алаһығыҙ. Был бигерәк тә яҡлауһыҙ оло кешеләргә ҡағыла.

Фото: ural.aif.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: