+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 19:00

“Яҙыл да бүләк от!”

“Сәләм” тапшырыуының тура эфирында йомғаҡ яһалды

“Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашыу өсөн беренсе ярты йыллыҡҡа район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитация күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрергә кәрәк ине. Күптән түгел республика акцияһына Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуының тура эфирында йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында Әбйәлил ауылынан Зөһрә Дәминдарованың да булыуы ҡыуаныслы. Уның бәхетенә электр самокаты эләкте.
Билдәле булыуынса, 2016 йылдан Башҡортостанда ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һайын баҫмаларҙың тиражы кәмендә 7 процентҡа кәмеп килде. Һуңғы биш йылда быйыл тәүге тапҡыр тираждарҙың кәмеүе туҡтатылды тиергә була, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто гәзит-журналдары тиражы уҙған йылдың ошо уҡ осорондағынан артып китте. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда ике тапҡыр “ташламалы ун көнлөктәр үткәрелеүе лә быға булышлыҡ иткәндер, күрәһең.
Ошо көндәрҙә Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков Зөһрә Бәҙретдин ҡыҙына отҡан бүләген тапшырҙы.
Аккумуляторы электр менән зарядка йыйған самокаттың спорт яратҡан Зөһрә һәм Сәлим Дәминдаровтарға эләгеүе һис тә ғәжәп түгел. Педагогик хеҙмәт ветерандары бөгөн дә спорт менән дуҫ. Мәҫәлән, уҙған аҙнала Таштимер ауылында Маҙһар Алсынбаев иҫтәлегенә үткәрелгән саңғы ярышында ихлас ҡатнашалар.
Ҡыш саңғыла шыуһалар, яҙҙан көҙгә тиклем скандинав таяҡтары менән йөрөйҙәр, аҙнаһына ике-өс тапҡыр мотлаҡ бассейнда йөҙөргә баралар. Дәминдаровтарҙың ул-ҡыҙҙары ла ата-әсә өлгөһөндә спорт менән дуҫтар. Бөгөн Фуат, Эльвира һәм Гүзәлиәнең һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе, үҙ мәшәҡәте булыуға ҡарамаҫтан, спортты ташламайҙар: айырыуса волейбол уйнарға әүәҫтәр, ҡыҙҙар аэробика менән дә шөғөлләнә.
2021 йылдың тәүге ярты йыллығына Дәминдаровтар ғаиләһе “Осҡон”, “Йәшлек” гәзиттәренә һәм “Шоңҡар” журналына яҙылған.
Әйткәндәй, даланлы ғаилә, күрәһең, улар. “Осҡон” гәзитенә яҙылыусылар араһында ойошторолған “Аҙна һайын бүләк!” уйынында ла ике тапҡыр еңеүсе булды Дәминдаровтар, “Абзелил” гәзитенән дә бүләк алғандары бар.
“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоүҙенең подписчиктары араһында уйнатҡан приздарҙың бөгөнгө көндә иң актуаль булғаны - ҡар таҙартыу техникаһы. Уны Баймаҡ районы шмырҙа ауылы фельдшеры Зилә Ҡотлоғужина отҡан. Үҙенең эшен бар йөрәге менән яратҡан һәм көн тимәй, төн тимәй, тәүлектең теләһә ҡайһы аҡытында ярҙамға килергә әҙер торған Зилә Ильяс ҡыҙы Ҡотлоғужинаны Ишмырҙа ауылында олоһо ла, кесеһе лә хөрмәтләй, ихтирам итә. Шуға яратҡан фельдшерҙарының еңеүенә бөтәһе лә ихлас шатланған.
- Мин "Һаҡмар" һәм "Йәшлек" гәзиттәренә яҙылдым, - тип һөйләй еңеүсе. - Үҙемдең тормошомдо гәзиттәрһеҙ күҙ алдына килтерә лә алмайым! Квитанцияларҙы бүләктәр уйнатыуға ебәргәнемде, уларҙы ебәргәс тә онотҡанмын. Еңеүселәр исемлеген күргән дуҫтарым ҡотлауҙар яуҙыра башланы. Бары тик 10-сы шылтыратыуҙан һуң ғына миңә уңыш йылмайғанын аңланым. Ҡарлы ҡыш көндәрендә бындай техника хужалыҡта ҙур ярҙамсы буласаҡ, әлбиттә. Һоҡланғыс конкурсты ойоштороусыларға рәхмәт!
Бөгөн 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды ла инде. “Районка”ға һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, уйында ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәләрен Өфөгә ебәрегеҙ. Нәшриәт йорто әҙерләгән шәп бүләктәр киләһе уйында, бәлки, нәҡ һеҙгә эләгер.
Рәмилә Истанбаева.
Читайте нас: