+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2021, 01:30

Улым менән бергә хеҙмәт иттем

Улдарын хәрби хеҙмәткә оҙатҡан һәр әсәнең һүҙҙәре был

Шәхсән мин үҙем дә тап шулай булдым. Иртән уянғас та иң беренсе уй һалдат улың тураһында була. Төн нисек үтте икән, бөгөнгө көн ниндәй хәбәрҙәр килтерер икән тип хафаланаһың. Яурында ниндәй ауыр йөк ултырғанын мин улымдың хеҙмәтен тамамлап, өй тупһаһына аяҡ баҫҡас ҡына аңланым. Шундай еңел булып китте! Шуның өсөн бөгөн улдары әрме хеҙмәтендә булған әсәләрҙең хәлен бик тә аңлайым, барыһының да иҫән-имен хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләйем. Минең улым Уразбахтин Рәзил учебканан һуң Сыбаркүлдә хеҙмәт итте. Уның үҙ ваҡытында хәрби бурысын үтәүе минең өсөн ғорурлыҡ. Һалдат кейемен ҡәҙерләп һаҡлайым, ил-көнөбөҙгә тыныслыҡ теләйем. Имен илдә имен йәшәйек тимен.
Читайте нас: