-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
26 Февраля 2021, 18:10

Вахтаға бер аҙна элек кенә килгән булған...

Быраулау ҡоролмаһында нефть продукттары шартлаған

Аяныслы хәл Ханты-Манси автономиялы округында теркәлгән, унда яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән.
Сорғот районының "Имилорское Тевлин" ятҡылығындағы быраулау ҡоролмаһында нефть продукттары шартлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда Башҡортостан егете, 46 йәшлек Рәмил Әликәев вафат булған. Ул подрядсы ойошманың ремонт бригадаһының өлкән операторы булып эшләгән. Вахтаға бер аҙна элек кенә килгән булған.
Әле янғын сәбәптәре асыҡлана, тикшереү эштәре бара.
"Когалымнефтегаз" -"ЛУКОЙЛ-Көнбайыш Себер" ҙең иң ҙур территориаль-етештереү предприятиеһы. Ятҡылыҡ 1981 йылда асылған, нефть сығарыу эштәре 2014 йылдан алып барыла, нефть запастары 193 миллион тонна менән баһалана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң "Уфанефтемаш" компанияһы 2019 йылдың аҙағында 120-нән ашыу эшсеһенә эш хаҡы түләмәй, енәйәт эше асырға мәжбүр булды. Бында вахта менән эшләүселәрҙең күбеһе - Башҡортостандан.

Фото:pravdaurfo.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в