+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 13:05

Тағы ла үлемесле авария

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ.

Кисә, 28 февралдә, Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 104-сы километрында, атап әйткәндә Баймаҡ районының Хәсән ауылы янында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Юлда "Хендай Солярис" менән "УАЗ-2206" автомобилдәре бәрелешә. Бәрелешеү шул тиклем көслө була: сит ил автомобиле юлдан ситкә оса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 52 йәшлек Свердловск өлкәһе водителе авария урынында йән бирә. "Хендай Солярис" автомобиленең 45 йәшлек пассажиры һәм УАЗ автомобиленең 29 йәшлек водителе ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Авария сәбәптәре тикшерелә, үлемгә килтергән юл-транспорт фажиғәһендә кем ғәйепле булыуы асыҡланасаҡ.
Ҡыштың һуңғы көнөндә республика юлдарында бөтәһе ун юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда бер кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 12-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Һуңғы көндәрҙә көндәрҙең насар тороуы, күпләп ҡар яуыуы, буран булыуы ла юлда йөрөүселәр өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра һәм тығындар барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итмәй ҡалманы. Шуға күрә юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ.
Фото: Башинформ
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: