0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 19:45

"Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсына йомғаҡ яһалды

Бөгөн, 2 мартта, республика этабында еңгәндәрҙе тәбрикләнеләр

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында V “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсы республиканың иң әүҙем гүзәл заттарын йыйҙы. Был ҙур сара граждандар йәмғиәте институттары эшен әүҙемләштереү, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күтәреү һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһен баһалау маҡсатында уҙғарыла.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проекты авторы һәм етәксеһе – “Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы” ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереүҙе ойоштороу һәм йәмғиәттә уның ролен әүҙемләштереү йәмәғәт төбәк ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
V республика конкурсы былтыр 1 ноябрҙә старт алғайны. Ул ике этапта уҙҙы – муниципаль һәм республика кимәлендә. Йәғни беренсе тур район һәм ҡалаларҙа уҙҙы, муниципаль этапта еңгәндәр республика кимәлендә ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Конкурста ҡатнашырға теләк белдереп, 500-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ғариза биргән. Бөгөн иһә республика этабында еңгәндәрҙе тәбрикләнеләр. Улар араһынан 200 ҡатын-ҡыҙ сараның тәүге өлөшөндә бүләкләнде. Шулай уҡ Татарстан Республикаһының Бөгөлмә районы ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙылар.
Төп тамаша залында уҙған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев сарала ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙен еткерҙе.
Конкурста еңеүселәрҙе “Уңышлы һәм өлгөлө балалар үҫтергән күп балалы әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәт эшмәкәре”, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер”, “Йәштәр хәрәкәте лидеры”, “Ҡатын-ҡыҙ – педагог”, “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә”, “Бизнес-леди” кеүек ун төрлө номинацияла бүләкләнеләр. Йәғни бер йүнәлеш тә ситтә ҡалманы, заман гүзәл заттарының бөгөнгө эшмәкәрлеге тейешле баһаланды. Һәр береһенә диплом, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Гөлнур Ҡолһарина ойошманың төп наградаһын – “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалын милләтебеҙҙең, йәмғиәтебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм гүзәл заттарыбыҙға тапшырҙы.
Шулай уҡ милли биҙәүестәр, кейем, ҡул эштәре, башҡорт аш-һыуын етештергән оҫталарҙың ҙур күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Был сара оло байрамға әйләнде.
Мәртәбәле конкурсты Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто, Мәҙәниәт министрлығы, республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү һәм Рәсәйҙең Милләттәр эше буйынса федераль агентлығы булышлығында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының төбәк бүлексәһе менән берлектә ойоштора.
Конкурс тураһында тулы мәғлүмәт “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрәсәк.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина

Читайте нас: