-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 13:45

Журналистикала кадрҙар мәсьәләһен нисек хәл итергә?

Бөгөн улар норманан өс-дүрт тапҡырға күберәк эшләргә мәжбүр...

Башҡортостанда журналистарҙың компетенция үҙәген булдырырға планлаштыралар. Был турала бөгөн Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ коллегияһы ултырышында билдәле булды.
Медиа етәкселәре, республика һәм район гәзиттәре, журналдарҙың баш мөхәррирҙәре тармаҡтағы кадрҙар проблемаһын тикшерҙе.
“Республика Башкортостан” гәзите баш мөхәррире Гүзәл Нәбиева һөнәри белемдең түбән булыуы, журналистарҙың квалификацияһы түбәнлеге тураһында әйтте.
“Был мәсьәләне инде нисәнсе йыл рәттән күтәрәбеҙ. Университеттан һуң килгән йәштәрҙе уҡытырға ла уҡытырға кәрәк. Бәлки, был эште килешеү нигеҙендә ойоштороу мөһимдер, студенттар беренсе курстан уҡ килә башлаһындар. Шул уҡ ваҡытта был эшләгән журналистар өсөн көсөргәнеш тыуҙырасаҡ. Әммә йәштәрҙе һөнәргә ошолай ғына йәлеп итеп булыр”, – тине ул.
“Был эшкә дөйөм тармаҡ, юғары уҡыу йорто, идаралыҡ һәм журналистар йәмәғәтселеге бергәләп ҡушылмай тороп, проблеманы хәл итеп булмаясаҡ. Факультеттарҙа юғары конкурс күҙәтелә, улар һөнәри йүнәлеш эшен сифатлы башҡара: конкурстар үткәрә, яҙышҡан кешеләрҙе эҙләй”, – тине вице-премьер Азат Бадранов.
Ул шулай уҡ, журналистарҙы яңы медиа менән эшләү ысулдарына өйрәтеү мөһим, тине.
“Компетенциялар үҙәге булдырырға кәрәк. Ул ҙур бер программа булырға тейеш: тормошҡа ашырыуға республиканың Журналистар союзын йәлеп итегеҙ, даими эшләгән медиа-мәктәп булдырығыҙ. Был мәктәптә һәр киң матбуғат сараһы аудитория менән эшләү оҫталығы алыу мөмкинлегенә эйә булһын. Шул иҫәптән баҫма киң матбуғат саралары өсөн яңы үҫеш нөктәләре бирерлек белем бирелһен. Бөгөн гәзиттәр яңыртыуҙы талап итә”, – тине Азат Бадранов.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: