+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 19:35

"Беҙ тик һеҙгә таянабыҙ!"

Матур концерт күрһәтелде.

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Яҙ һәм матурлыҡ байрамы тантана итә. Бында Башҡортостаныбыҙҙың алдынғы ҡатын-ҡыҙҙары – хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әсәйҙәр, апайҙар, инәйҙәр һәм ҡыҙҙар тәбрикләнде. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрам менән ҡотланы. Бик матур концерт күрһәтелде.
“Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Барығыҙҙы ла иң матур яҙғы байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә ҡарап һоҡланам, күңелдәр яҡтырып китә. Был байрамды бөтәбеҙ ҙә көтөп ала. Һеҙ тормошто тәрән мәғәнә менән тулыландыраһығыҙ. Мөхәббәт, матурлыҡ, наҙлыҡ мөхите булдыра беләһегеҙ. Ҡаһарманлыҡҡа ҡанатландыраһығыҙ, ғаилә усағын һаҡлайһығыҙ. Әсәйҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ. Бөтәгеҙегә лә ҙур рәхмәт”, – тине Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров сәхнәлә ултырған ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырым билдәләп үтте. Улар араһында табиптар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре булды. Тәүгеләрҙән булып ул Өфөнөң 3-сө бала табыу йортоноң баш табибы Зөһрә Гуроваға һәм уның коллективына рәхмәт белдерҙе. Уларҙы республикала алдынғыларҙың береһе тип баһаланы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Морозова ла - үҙ эшенең ысын профессионалы. Ул бар күңелен, йөрәк йылыһын балалар тәрбиәләүгә һала.
– Елена Морозованың уңыштары федераль кимәлдәге “Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе” конкурсында ла билдәләнгән. Тағы бер бар көсөн балаларҙы тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға арнаған педагог Ирина Саутинаны ла телгә алғым килә. Ул – Салауат ҡалаһындағы 1-се лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡтыусыһы. Былтыр ул “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы” конкурсы финалы лауреаты булыпт анылды, – тине Радий Хәбиров.
Айырым ҙур рәхмәт һүҙҙәрен республика етәксеһе күп балалы әсәләргә еткерҙе. Уның белдереүенсә, былтыр Башҡоростанда 407 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Һигеҙ ғаилә “Ата-әсә ҡаһарманлығы” дәүләт наградаһына лайыҡ булған.
Радий Фәрит улы Баҡалы районынан килгән Светлана Викторованы айырым телгә алды. Ул уҡытыусы булып эшләй, Баҡалы ауылының 2-се мәктәбендә өлкән вожатый. Шул уҡ ваҡытта ете балаға ғүмер бүләк иткән гүзәл зат та. Уларҙың ғаиләһе былтыр үткәрелгән “Йыл ғаиләһе-2020” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүсеһе тип танылған.
– Шундай ҡанатлы һүҙҙәр бар - “сит балалар булмай”. Алты сит бала тәрбиәләгән Куликовтар ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡ. Пандемия осоронда уларҙың әсәһе Елена Куликова “Бәхет биләмәһе” фонды менән берлектә уллыҡҡа бала алған ғаиләләргә ярҙам иткән. Рәхмәт һеҙгә ҙур һәм изге йөрәгегеҙ өсөн, – тине Радий Фәрит улы.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе мәҙәниәт өлкәһендә ҙур көс һалған Гөлдар Моратованы, күп балалы ирекмән Майя Ишмәтованы, эшҡыуар Анастасия Ғиниәтуллинаны, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, табип һәм Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге етәксеһе Римма Үтәшеваны билдәләп китте. Уларҙың исемендә республиканың барлыҡ егәрле, уңған, фиҙакәр, тырыш ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт әйтте һәм артабан да республикабыҙ мәнфәғәтендә тырышып эшләүҙәрен һораны.
– Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙҙең күңел йылыһы яҙ ҡояшы кеүек көн һайын беҙҙең йөрәктәрҙе йылыта. Беҙгә, ирҙәргә, яҡшыраҡ булырға һәм донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ярҙам итәһегеҙ. Иң изге теләктәремде ҡабул итегеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, изгелек, бәхет, мөхәббәт теләйем. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ! Байрам менән, – тип тамамланы ул сығышын.
Республика етәксеһе сығышынан һуң залда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байрам концерты башланды. Унда республикабыҙҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, билдәле йырсылар һәм бейеүселәр, ил кимәлендәге конкурстар еңеүселәре сығыш яһап, байрам кәйефен тағы ла нығыраҡ күтәрҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: