Уны “Башҡортостан әсәләре” ойошмаһы, Һаулыҡ һаҡлау һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары ойоштора. Проектҡа 15 – 40 йәш арауығындағы 10 мең ҡатын-ҡыҙҙы йәлеп итеү күҙаллана. Осрашыуҙар мәктәп, колледж, балалар йорттарында һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатындар ҡатнашлығында үткәрелә. Ойоштороусылар фекеренсә, был проект ғаиләне планлаштырыу йәһәтенән ҙур ярҙам була.