+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2021, 12:00

Уҡыусы балаларға иң шәп бүләк – ноутбук!

“Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа йомғаҡ яһалды

“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто тарафынан ойошторолған “Яҙыл да бүләк от!” акцияһында ҡатнашырға теләүселәр 2021 йылдың тәүге яртыһына район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрҙе.
Акцияға ғинуар айында Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында беҙҙең Ейәнсура районының Байыш ауылынан Юлиә һәм Илнур Ваһаповтар ғаиләһе булыуы ҡыуаныслы. Улар республика матбуғатынан “Аманат” үҫмерҙәр журналын балалары: Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында 6-сы класта уҡыған ҡыҙҙары Айсулпан, Байыш мәктәбенең 4-се класында уҡыған Айнур һәм 6 йәшлек Гөлиәгә алдыралар. Шулай уҡ йыл да “Ейәнсура таңдары” район гәзитенә яҙылып торалар. Һәм бына, күптәр араһынан бәхет уларға йылмая: Ваһаповтар ноутбуклы була!
3 мартта, көндөң буранлап, ҡар яуып тороуына ҡарамаҫтан, “Республика мәғлүмәт үҙәге” директоры Айнур Дәүләтбәков уларға көтөп алған бүләген тапшырҙы.
Читайте нас: