Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Берҙәм дәүләт имтихандынан тыш та уҡыу процесына бәйле һөйләшеү булды. Мәҫәлән, Радий Хәбиров дүртенсе сиректә шәмбеләрҙе уҡыу көнө итергә тигән тәҡдим белдерҙе. Был коронавирус арҡаһында тороп ҡалған уҡыуҙы ҡыуып етеү өсөн кәрәк тигән фекерҙә ул.
– Беҙ быға тиклем шәмбеләрҙе уҡыуҙан азат итергә тигән ҡарар ҡабул иткәйнек. Был еңел бирелмәне, тик ул саҡта шулай кәрәк ине. Шигем юҡ, әле лә был ҡарар дөрөҫ булған тип иҫәпләйем. Тик беҙ әле коронавирустан арынып бөтмәнек, шуға күрә ваҡытлыса шәмбеләрҙе уҡыу көнө итергә кәрәктер. Шулай уҡ беҙ тәнәфестәр ваҡытын оҙайтыу буйынса ла ҡарар ҡабул иттек, был балалар нормаль ашаһын өсөн кәрәк. Шуға күрә әлегә шәмбеләрҙе уҡыу көнө итеп торайыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, әлегә был мәсьәлә буйынса аныҡ ҡарар юҡ. Тәҡдимде уҡыу йорттарында ҡарарға һәм шунан һуң хәл итергә кәрәк – БДИ өсөн шәмбеләрҙе “ҡорбан” итергәме, әллә башҡа варианттар уйларғамы?
– Ата-әсәләр менән һөйләшергә кәрәк, хәҙерҙән ҡарар ҡабул итмәйбеҙ. Бәлки, мәктәптәр үҙҙәре хәл итер. Тик шуныһы: коронавирус арҡаһында балаларҙың яҙмыштары емерелергә тейеш түгел. Баланың маҡсаты – БДИ-ла һәйбәт балдар йыйыу, яҡшы вузға уҡырға инеү бит, – тине республика етәксеһе.
Был ҡарар ҡабул ителһә лә, ул ваҡытлыса буласаҡ, ни бары ковид осорона. “Беҙ шәмбе менән йәкшәмбене балалар һәм уларҙың ата-әсәһенә бергә булыр өсөн изге ваҡыт тип билдәләнек. Балалар үҫешһен, өҫтәмә белем алһын өсөн. Шуға күрә аҙаҡ ул ялдар барыбер тергеҙеләсәк”, – тине Радий Фәрит улы.