-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 16:30

Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе

Изоляция тәртибе 2021 йылдың 25 мартына тиклем һаҡлана.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
10 марттағы документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция тәртибе 2021 йылдың 25 мартына тиклем һаҡлана.
Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр теүәл үтәлгән осраҡта, Премьер-лига клубтары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионаты матчтарында, Континенталь хоккей лигаһында, профессиональ спорт командалары араһында Рәсәй чемпионаттарында, шулай уҡ башҡа рәсми ярыштарҙа һәм спорт сараларында тамашасылар һаны сикләнмәй.
Роспотребнадзор тәҡдимдәрен һәм санитар талаптарын үтәгәндә, кинотеатрҙар, театр-концерт берләшмәләре, мәҙәниәт объекттары ла тулы залдар менән эшләргә мөмкин.
Бынан тыш, мәктәп ашханаларын 85 процентҡа ғына тултырырға рөхсәт ителә. https://www.bashinform.ru/news/1569588-radiy-khabirov-vnyes-izmeneniya-v-ukaz-o-rezhime-povyshennoy-gotovnosti/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: