+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 13:15

Башҡортостанда 8 йәшкә тиклемге балаларға түләүгә ғаризалар 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә

Күпселек ғаиләләргә аҡса автоматик рәүештә күсерелде.

Һигеҙ йәшкәсә балаларға аҡса алмаған ғаиләләрҙән ғаризалар 1 апрелгә хәтлем ҡабул ителә, тип белдерҙеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ата-әсәләр, уллыҡҡа алыусылар йәки опекундар һигеҙ йәшкә тиклемге балалар өсөн биш мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә хоҡуҡлы.
Республикала күпселек ғаиләләргә аҡса автоматик рәүештә күсерелде.
«2020 йылдың 1 июленән һуң тыуған балаларҙың ата-әсәләре 31 мартҡа тиклем ғариза бирергә мөмкин», — тип өҫтәнеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон төрҙә йәки Пенсия фондының клиент хеҙмәтендә шәхсән тапшырырға була.
2020 йылдың 17 декабренә һигеҙ йәше тулмаған 387 мең балаға аҡса ғаризаһыҙ күсерелде.
2021 йылдың 16 мартына 414 мең бала өсөн түләүҙәр күсерелде.
«Әлеге ваҡытта финанслауҙың дөйөм күләме 2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә», — тип йомғаҡ яһанылар Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
Галина Бахшиева
Читайте нас: